Юлдаш
-2 °С
Кар
Барлык яңалыклар
Закон һәм тәртип
5 февраль 2019, 02:00

Башҡортостанда эсәр һыуҙың сифатын контролдә тотоу көсәйтелә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Эсәр һыу тураһында» республика законына уның сифатын контролдә тотоуҙы көсәйткән үҙгәрештәр индерҙе. Закон эсәр һыуҙың сифатына производство һәм йәмәғәт контроле, халыҡҡа һыуҙың торошо тураһында хәбәр итеү мәсьәләләрен көйләй, һыу объекттарын файҙаланыу тәртибен билдәләй, һыу тәьминәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта ҡулланыусыларҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен яйға һала.

«Законда һыу сифатына производство контролен тормошҡа ашырыу тәртибе, уның уҙғарыу алымдары һәм талаптар билдәләнде. Күҙәтеү органдары ҡайһы бер осраҡтарҙа һыу пробаһын алыу йышлығын арттырыу һәм производство контроле ғәмәлгә ашырылған күрһәткестәр исемлеген киңәйтеү хоҡуғына эйә булды», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Депутаттар ҡабул иткән законға республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡул ҡуйҙы. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс көсөнә инә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин

Читайте нас: