-2 °С
Болытлы
22 мартта Дөртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында сыҡҡан янғында бер кешенең ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, янғынды һүндереү өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Дүртөйлө ҡалаһынан эҙләү-ҡотҡарыу отряды ебәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1977 йылғы ир һәләк булған. Белгестәргә ут сәбәптәрен асыҡлау бурысы йөкмәтелгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан республикала 1326 янғын сыҡҡан, 72 кешенең ғүмере өҙөлгән.