Өфө мэрияһында быйыл йәй ҡала ситендәге һәм мәктәп янындағы балалар лагерҙарының нисек эшләйәсәге тураһында һөйләнеләр.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һүҙҙәренсә, быйыл Өфө биләмәһендә 271 балалар ялы һәм һауыҡтырыу ойошмаһы, 248 балалар уйын майҙансығы эшләй. Улар күҙәтеү органдары талаптарына ярашлы ғына асыла.
Йәмғеһе 76 меңдән ашыу баланы йәйге ялға һәм мәшғүллеккә йәлеп итеү планлаштырыла. Төп бурыстарҙың береһе – эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, йәйге һауыҡтырыу кампанияһын хәүефһеҙ үткәреү, тип билдәләне Алина Сөләймәнова.
Санитар-эпидемиологик сараларға ярашлы, смена ваҡытында лагерь хеҙмәткәрҙәре бер ҡайҙа ла сыҡмай. Балаларҙың сменаға инеү-сығыуы бер үк ваҡытта башҡарылырға тейеш.
Быйыл йәй ҡала ситендәге 15 лагерҙа 8 520 баланы һауыҡтырыу күҙаллана. Ете муниципаль лагерҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 417 бала өсөн бюджет сменаһы планлаштырыла.
Йәй еткәс, 1 июндән, 123 мәктәптә 131 көндөҙгө үҙәк һәм 8 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы үҙ эшен башлай. Уларҙа 13 меңдән ашыу уҡыусы һаулығын нығытырға тейеш.
Йәйгеһен Өфөлә «Ҡалала йәй» социаль проекты башлана. Үҫмерҙәр клубтарында, ихата майҙансыҡтарында, парктарҙа балалар менән уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Быйыл балаларҙың йәйге ялына бөтәһе 373 миллион һумдан ашыу йүнәлтелә, 317 миллион һумдан күберәге – республика бюджетынан субвенция, 57 миллион һум самаһы – Өфө бюджетынан. Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышында биналар төҙөкләндерелә, лагерҙар өсөн ҡорамал һатып алына.
Өфө хакимиәтендә йәйге ялды ойоштороу мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй: 8(347) 279-12-76.