-2 °С
Болытлы
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус пандемияһының ҡасан тамамланасағын фаразланы. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Честно говоря» тапшырыуы редакцияһы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығына пандемия ҡасан тамамлана тигән һорау бирҙе.
«Беҙҙең фараздар буйынса, икенсе ярты йыллыҡтан башлап ғәҙәти эш режимына күсергә тейешбеҙ. Ярты йылдан», — тип яуапланы Максим Забелин.