Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
9 ноябрь 2020, 17:55

Башҡортостан һылыуҡайы Төркиәлә «Евразия королеваһы-2020» конкурсында еңеү яуланы

1 ноябрҙән 8-енә тиклем Төркиәлә «Евразия королеваһы-2020» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Башҡортостан исеменән Зөһрә Мөхәррәмова сығыш яһаны.

1 ноябрҙән 8-енә тиклем Төркиәлә «Евразия королеваһы-2020» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Башҡортостан исеменән Зөһрә Мөхәррәмова сығыш яһаны.

Зөһрәгә 23 йәш, Салауат районында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Үҙ эшен — матурлыҡ салонын асҡан, Малаяҙ мәктәптәренең береһендә эшләй. Зөһрә — «Башҡортостан һылыуҡайы 2019» республика конкурсы еңеүсеһе, шулай уҡ «Рәсәй студенттары араһында вице-мисс -2017» тигән титулы ла бар.

Конкурс барышында «Мисс талант» (Зөһрә бындафранцуз телендә йырланы), «Мисс бикини», «И матур милли кейем» (дизайнер Альбина Жерлицына), «Тамашасылар һөйөүе» этаптары уҙҙы. Ошо этаптарҙың һәр береһендә Зөһрә беренсе урынды алды.

Зөһрә алтын ҡул сәғәте, күндән тегелгән кейем, затлы таж, таҫма һәм конкурстың статуэткаһы менән бүләкләнде.

Читайте нас: