Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
17 июнь 2020, 18:55

Башҡортостанда коронавируслы ауырыуҙар һаны 4670-кә еткән

17 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 670 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 59-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

17 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 670 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 59-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

COVID-19 йоҡторған 4 670 кешенең 2070-е һауыҡҡан, уларҙың 130-ы – һуңғы тәүлектә. 2 572 кеше — әүҙем сирле.

Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән һәм 18 кеше тәшкил итә.

Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 7 843 коронавирус осрағы раҫланған, 194 үлем теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 10 036 кеше һауыҡҡан.

Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 553 301 коронавируслы сирле иҫәпләнә. Уларҙың 304 342-һе һауыҡҡан, 7 478 кеше вафат булған.

Әлеге ваҡытта илдә коронавирусҡа 15,6 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 285 меңгә яҡын тест эшләнгән.

Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 309 мең самаһы кеше медицина күҙәтеүенә алынған.

Читайте нас: