-5 °С
Болытлы
20 апрелгә Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә яңы коронавирустың булыу-булмауына 2 миллион 53 меңдән ашыу лаборатория тикшереүе үткәрелгән.
Һуңғы тәүлектә коронавирусҡа 103,5 мең тест тапшырылған.
Бөгөн ил төбәктәрендә 135 мең 198 кеше табиптар күҙәтеүендә.
19 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, 42 853 сир осрағы асыҡланған, 3 мең кеше һауыҡҡан, 361-е вафат булған.