Юлдаш
+21 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
28 февраль 2020, 18:55

22 апрель – Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө түләүле ял көнө була

22 апрель – Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр тураһында закон проекты буйынса тауыш биреү уҙғарыу өсөн һайланған ял көнө төрлөсә түләнә, тип хәбәр итте «Известия».

22 апрель – Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр тураһында закон проекты буйынса тауыш биреү уҙғарыу өсөн һайланған ял көнө төрлөсә түләнә, тип хәбәр итте «Известия».

«Кемдәрҙең хеҙмәт хаҡы эш күләменә бәйле, был көн өсөн уларға бер нәмә лә түләнмәй... Ә оклад алыусыларға, ундайҙар беҙҙә 80%, тағы бер ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ошо ай өсөн эш хаҡы тулыһынса бирелә», — тип Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаковтың һүҙҙәрен килтерә баҫма.

22 апрелдә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем тотош илдә Конституцияға төҙәтмәләр тураһында закон проекты буйынса тауыш биреү ойошторола. Дәүләт Думаһына уны 20 ғинуарҙа ил президенты Владимир Путин индерҙе.

Дәүләт Думаһы закон проектын 23 ғинуарҙа беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Закон проектында Конституцияның 22 бүлегенә төҙәтмәләр индереү буйынса тәҡдимдәр бар.

Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, рәсәйҙәр хуплаған осраҡта, Төп законға үҙгәрештәр шунда уҡ көсөнә инә.

Читайте нас: