Юлдаш
-6 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Новости
27 ноябрь 2019, 17:20

Республикала ашығыс ярҙам табиптары 7 мең һум өҫтәмә ала башлай

Республикала ашығыс медицина ярҙамында эшләгән табиптар, стажға ҡарап, ай һайын хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан ашыу өҫтәмә ала башлай. 2020 йылдан ашығыс ярҙам фельдшерҙарына – биш, ә водителдәренә өс мең һум түләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында уҙған күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә тиҙ ярҙамда эшләгән табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стажға, эш күләменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 60 мең һумдан ашыуыраҡ буласағын белдерҙе.

Кәңәшмә башланыр алдынан Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров станцияның эше менән танышты, халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул ителгән диспетчерҙар бүлмәһен ҡараны.

Өфө станцияһының баш табибы урынбаҫары Александр Степанов тәүлегенә баш ҡалала ғына 3000-дән ашыу шылтыратыу ҡабул итеүҙәре, ә йылына Башҡортостан буйынса 4 миллиондан күберәк саҡырыу теркәлеүе хаҡында һөйләне.

Әле бында 03 телефоны буйынса барлыҡ шылтыратыуҙарҙы үҙенә алған берҙәм мәғлүмәт диспетчер хеҙмәтен ойоштороу эше бара. Мәғлүмәт таблоһында һәм махсус картала бөгөн үк ашығыс ярҙам автомобилдәренең бөтә маршруттарын күҙәтергә мөмкин, диспетчерҙар пациенттарҙың маршруттарын билдәләй.

Стәрлетамаҡта ла тағы бер ошондай резерв үҙәк булдырыла. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кәңәшмәлә сығыш яһағанда республикала 57 ашығыс ярҙам бүлексәһе эшләүен, бригадалар һаны шул уҡ кимәлдә ҡалыуын билдәләне. Ләкин кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре бар.

Радий Хәбиров республика артабан да хеҙмәткә тейешле ярҙам күрһәтәсәген әйтте.

«Планлы рәүештә автопаркты яңыртырбыҙ, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтербеҙ, иң ҡатмарлы участкаларҙың береһендә эшләгән медиктарға финанс яҡтан булышырбыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ даими стресс менән бәйле, табиптар һәм фельдшерҙар иң ауыр хәлдәргә сыға, хеҙмәтегеҙҙе баһаларға һәм хөрмәт итергә, киң мәғлүмәт сараларында ошо хаҡта һөйләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Читайте нас в