Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
6 август 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов Красноярск крайында авиаһәләкәттә вафат булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Красноярск крайында Ми-8 вертолеты ҡолауы һөҙөмтәһендә авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.

Фажиғә 4 августа иртән Игарка ҡалаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта булған. Авиаһәләкәттә 15 пассажир һәм өс экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлгән. Ҡорбандар араһында — Башҡортостандан ете кеше.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Красноярск крайы буйынса баш идаралығында оператив штаб булдырылған, 8 (391) 275-16-17 «ҡыҙыу элемтә» телефоны эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һәләк булғандарҙың туғандарына психологик ярҙам күрһәтеү буйынса эш ойошторған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: