Юлдаш
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Новости
1 август 2018, 02:00

Августан Башҡортостандағы эшләүсе пенсионерҙар пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай

2 августан 2017 йылда эшләгән Башҡортостан пенсионерҙары пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай.

Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, эшләүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмдәрен йыл һайын августа ҡайтанан иҫәпләү буйынса бөтә эштәр ваҡытында башҡарылған.

Пенсиялар ғаризаһыҙ, автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнә. Августағы өҫтәмә аҡса күләме һәр кемдең айырым. Ул эш осоронан һәм эш биреүсенең Пенсия фондына күсергән страховка иғәнәләре суммаһынан тора.

Яңы пенсия күләмен республикалағы 243 мең пенсионер аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән.

Раҫланған графикка ярашлы, пенсияларҙы почта элемтәһе бүлексәләре 2-24 августа тарата. Кредит ойошмаларына аҡсалар килешеү менән билдәләнгән ваҡытта күсереләсәк, тип өҫтәнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: