30 градуслы эҫе Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома көндөҙ төбәктә аяҙлы-болотоло һауа торошо һәм 33 градусҡаса эҫе көтөлә. Төндә һауа температураһы республика буйынса 15-20 градус, көнсығыш буйынса +10.
Шәмбе, 28 июлдә, һауа торошо ярайһы уҡ үҙгәрмәй. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32, төндә +13, +18 градус тәшкил итә.
Йәкшәмбе, 29 июлдә, шулай уҡ көндөҙ 30 градусҡаса йылы һәм төндә +18.
Медицина хеҙмәткәрҙәре эҫе һауа торошо башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай тип иҫкәртә. Эҫе ҡабыуҙың билдәләре: тән тиреһе ҡыҙара, лайлалы тиресәләр ҡорой, ныҡ һыуһата, шулай уҡ аңды юғалтырға мөмкин. Әгәр бындай хәл була ҡалһа, тәнде һыуытырға: күләгәлә ултырырға, аҡрын ғына күп итеп һыу эсергә кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина