Юлдаш
-4 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Новости
9 июль 2018, 02:00

Башҡортостанда был аҙна бер аҙ ямғыр, йәшен һәм ел менән башланып китә

Башгидрометүҙәк синоптиктары вәғәҙәләгәнсә, был аҙнала республикала эҫе сигенде. Ҡояш ямғыр булып яуған болоттар артына йышыраҡ йәшенә. Нәҡ ямғырлы һауа торошонан дүшәмбе, 9 июль, башланып китә. Республиканың ҡайһы бер райондарында йәшен булыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 25-30 градус.

10 һәм 11 июлдә көслө ел иҫеүе көтөлә. Моғайын, төбәктәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хаҡында иҫкәртеү сығарыр. Шулай уҡ ямғыр һәм йәшен фараз ителә. Төндә термометр күрһәткесе 12-17 градусҡаса төшәсәк, ә көндөҙ 21-36° йылы була, көньяҡ буйынса 30°.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук

Читайте нас: