Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
21 июнь 2018, 02:00

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: 1 июлдә Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар арта

Башҡортостанды, бөтә ил кеүек, 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың артыуы көтә. Республикала йәшәүселәрҙең был өлкәгә сығымдары уртаса 5,9 процентҡа күтәрелеүе билдәле инде.

Шулай итеп, һандарға. Һыуыҡ һыу тәьминәте хеҙмәттәре өсөн кубометрға 23,77 һум урынына 25 һум (1,23 һумға күберәк) түләргә тура килә, һыу таратҡыс өсөн хеҙмәт хаҡы 23,82 һумдан 29,78 һумғаса (5,96 һумға күберәк) күтәрелә.

Йылытыу 2057,45 һумға ҡәҙәр ҡиммәтләнә, ул алданғынан 79,13 һумға күберәк.

Электр плиталары булған йорттар өсөн электрға кВтЧ өсөн 2,01 һум урынына – 2,11 һум; электр плиталары булмаған йорттарға киловатт хаҡы 2,87-дән 3,01 һумғаса артҡан.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова

Читайте нас: