Юлдаш
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Новости
7 июнь 2018, 02:00

Башҡортостанда берҙәм рәсәйҙәр праймериз йомғаҡтары исемлеген баҫтырып сығарҙы

Башҡортостанда 3 июндә уҙған берҙәм алдан тауыш биреү көнө йомғаҡтары баҫылып сыҡты. Праймериз йомғаҡтары менән «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин. Рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәләре округтар буйынса бирелгән.

Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев һайлауҙың асыҡ үтеүен, һайлаусылар үҙ ихтыярын белдерә алһын өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылыуын билдәләне.

«Һөҙөмтәләр граждандарҙың реаль ынтылышын сағылдыра. Халыҡ хуплаған кандидаттар ағымдағы йылдың 9 сентябрендә республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ла яҡшы һөҙөмтәне раҫлар тип ышанабыҙ», — тине Константин Толкачев.

Төбәк бүлексәһе секретары бының яҡынса йомғаҡ булыуын иҫкә төшөрҙө. Процедураға ярашлы, кандидаттар исемлеген партияның Генераль советы президиумы раҫларға тейеш. Июнь аҙағында төбәк бүлексәһе конференцияһы был кандидаттарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауға тәҡдим итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева


Читайте нас: