Юлдаш
-6 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Новости
17 Май 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте, 16.05.2018

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән биләмәләрҙе, социаль өлкәне, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Атап әйткәндә, Боҙ спортын үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма президенты Сергей Трофимец Өфөлә төҙөлөргә тейеш бассейны һәм боҙ аренаһы булған заманса физкультура-сәләмәтләндереү үҙәген тултырыу һәм уның ҡулай эшләүе буйынса спорт берләшмәһенең тәҡдимдәрен уҡып ишеттерҙе.

Миәкә районының Исламғол ауылында йәшәүсе Әнисә Рәхмәтуллина ауылдаштары исеменән республика Башлығына Өйәҙе ауылы аша авария хәлендәге күперҙе капиталь ремонтлауға һәм Елдәр ауылында район дауаханаһы бүлексәһенең эшен ҡайтанан башлап ебәреүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Әңгәмә барышында ауылда кәрәҙле элемтә булмау мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.

Өфөлә йәшәүсе Татьяна Хлёсткина һәм Снежана Йәнгилдина ҡулланма экология клубының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм «Күс» экологик мәғариф үҙәге ойоштороу буйынса пландары менән уртаҡлашты.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Гүзәл Корнилаева менән төбәк Башлығы 2019 йылда прозаиктың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы уҙғарыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас в