9 майҙа Өфөлә ваҡытлыса йәмәғәт транспортының хәрәкәт схемаһы үҙгәрә, ул «Үлемһеҙ полк» парады менән бәйле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы иртәнге сәғәт 12-нән 1-гә саҡлы үтә. Колонна «Спорт» туҡталышынан Дан бульварына тиклем Октябрь проспекты буйлап атлап уҙа. Транспорт хәрәкәте СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Дан бульварына тиклем проспект буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә саҡлы ябыҡ була.
Был ваҡытта 1, 13, 13к һәм 22-се троллейбустар йөрөмәй. Автобустар ябылған участканы Комсомол һәм Рәсәй урамдары буйлап урап үтә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова