14 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек әңгәмә барышында төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән социаль өлкә, инфраструктураны һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.
Атап әйткәндә, Архангел районында йәшәүсе Айгөл Усманова республика Башлығы менән төбәктә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Бер нисә ай элек ул «Тамыр-102» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторған. Ул Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары крәҫтиән фермер хужалыҡтары етәкселәрен берләштерә. Кооператив мал-тыуар, йылҡы үрсетеү, ит эшкәртеү һәм деликатес ризыҡтар сығарыу менән шөғөлләнә. «Тамыр-102» кооперативы Ауыл хужалығы хеҙмәткәре көнөнә арналған күргәҙмәлә республика етәксеһенә үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Әңгәмә барышында Айгөл Усманова ауыл хужалығы предприятиеһының пландары хаҡында һөйләне һәм республика Башлығынан производствоны үҫтереүгә грант алыуҙа булышлыҡ итеү үтенесен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа дәғүәсегә гранттар биреү механизмын ентекләп аңлатырға, мөмкин булған дәүләт һәм башҡа ярҙам алымдарын өйрәнергә йөкләмә бирҙе.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.