Юлдаш
+18 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Спорт
12 сентябрь 2019, 02:00

Башҡортостандан икенсе класс уҡыусыһы — шашка буйынса Рәсәй чемпионы

Һамарҙа «Волга таңдары-2019» Бөтә Рәсәй ярыштары — рус шашкаһы буйынса «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры А.Я.Рабинович мемориалы» уҙҙы. Ҡатнашыусылар араһында Күгәрсен районы Мораҡ ауылының 1-се мәктәбенән Данир Зәйнетдинов та бар ине.

Икенсе класс уҡыусыһы өс йәшендә үк өҫтәл уйындары менән ҡыҙыҡһына башлаған. Һуңынан ул Балалар ижады үҙәгенә шашка түңәрәгенә яҙылған. Ишембайҙа үткән шашка беренселегендә еңеү — уның тәүге ҙур уңышы. Ярыш йомғаҡтары буйынса Данир Башҡортостан чемпионы булды һәм республиканың йыйылма командаһына инде.

Һамарҙа 2011 йылғы һәм йәшерәк малайҙар араһында Башҡортостан спортсыһы еңеү яуланы һәм Рәсәй чемпионы исемен алды.

Читайте нас: