Юлдаш
+19 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Спорт
25 апрель 2019, 02:00

Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларын һәм тренерҙарын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларына һәм тренерҙарына, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.

«Икенсе йыл рәттән шәп уйынығыҙ менән республика спорт һөйөүселәренә ҙур шатлыҡ килтерәһегеҙ. Етди дәғүәселәрегеҙ менән алышта юғары оҫталыҡ, ысын характер һәм еңеүгә ынтылыш күрһәттегеҙ», — тип билдәләне телеграммала республика етәксеһе.

Шулай уҡ Радий Хәбиров команданың тренерҙары Денис Афиногенов менән Сергей Трудаковҡа, етәкселеккә һәм техник персоналға, хоккей командаһының бөтә коллективына спортсыларҙы яҡшы әҙерләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Киләһе миҙгелдәрҙә лә беҙҙең клубтың алдынғы позицияларын нығыта, Башҡортостандың спорт данын арттыра алырһығыҙ тип ышанам», — тине республика етәксеһе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы Санкт-Петербургта урындағы «Динамо» клубын 3:0 иҫәбе менән еңде.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: