Юлдаш
-29 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Спорт
9 июнь 2018, 02:00

Башҡортостан һәм Ҡытай командаларының хоккей матчына Владимир Путин һәм Си Цзиньпин килде

8 июндә Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Ул унда ил рәйесе Си Цзиньпин менән осрашты. Дәүләт башлыҡтары бергәләп үҫмерҙәр командаларының хоккей матчына килде.

«Матчта Рәсәй яғынан Туймазы ҡалаһының 2006 йылда тыуғандарҙың «Девон» хоккей командаһы ҡатнашты», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Хоккей федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Владимир Путин һәм Си Цзиньпин боҙға сыҡты, йәш хоккейсылар менән аралашты һәм символик рәүештә шайба ырғытты.

«Уйын башланыр алдынан командалар Рәсәй Президентына һәм Ҡытай Рәйесенә йыйылмаларҙың свитерҙарын бүләк итте», — тип аңлаттылар Рәсәй Хоккей федерацияһында.

Билдәләп үтергә кәрәк, Туймазының «Девон» командаһы Ҡытайға Рәсәйҙә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһында хеҙмәттәшлекте һәм балалар хоккейын үҫтереү өсөн килде. Дуҫ илдәр ике яҡҡа тренерҙарын йүнәлтә, семинарҙар уҙғара һәм йәш уйынсылар өсөн турнирҙар ойоштора. Хеҙмәттәшлек шулай уҡ балалар хоккейына ла тарала, унда инфраструктура проекттары, шулай уҡ һырғалаҡ төҙөлөшө ингән уртаҡ үҫеш программалары әҙерләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук

Читайте нас в