Юлдаш
-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Спорт
14 Май 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубының еңеүе хаҡында: «Ул – уйынсыларҙың, тренерҙарҙың һәм көйәрмәндәрҙең дөйөм уңышы»

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсыларын, тренерҙар штабын һәм етәкселеген миҙгелде уңышлы тамамлауы менән ҡотланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Премьер-лигаһының һуңғы 30-сы турында «Өфө» футбол клубы «Тосно»ны (Ленинград өлкәһе) 5:0 иҫәбе менән еңде, йомғаҡлау турнир таблицаһында алтынсы урын алып һәм Европа лигаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булып. Ул – клубтың тарихында иң яҡшы һөҙөмтә.

Матчтан һуң сисенеп-кейенеү бүлмәһендә Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы «Өфө»нөң тотош миҙгел дауамында күрһәткән яҡшы уйыны өсөн рәхмәт әйтте.

— Егеттәр, һеҙ бөгөн республикабыҙ, ҡалабыҙ өсөн ҙур эш эшләнегеҙ. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Афарин! Эш алтынсы урын алыуығыҙҙа ғына түгел, бәлки, быйыл Европа лигаһына ла сығырһығыҙ һәм унда уйнарһығыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Эш шунда тора, һеҙ холоҡ-фиғелегеҙҙе күрһәттегеҙ, бөтә клубтар менән бер тиң уйнанығыҙ. Һеҙҙә 11 еңеү, 10 тигеҙ иҫәп һәм ни бары 9 еңелеү – улар хаҡында һөйләп тормайбыҙ. Туптарҙың ыңғай айырмалығы. Һеҙ бөгөн яңы һөҙөмтә күрһәттегеҙ – 5:0. Һис шикһеҙ, республика һәр саҡ һеҙҙең менән. Беҙ һәр саҡ ярҙам итербеҙ һәм бергә алға барырбыҙ.

Шулай уҡ уйын тамамланғандан һуң төбәк етәксеһе команда һәм көйәрмәндәр менән бергә «Краснодар» клубына күсеүсе Дмитрий Стоцкий һәм һөнәри карьераһын тамамлаусы Николай Сафрониди менән хушлашты. Республика Башлығы уларға иҫтәлеккә клубтың сувенир футболкаларын тапшырҙы.

Журналистар менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов клубтың уңышы бөтә Башҡортостан халҡы өсөн мөһим булыуын билдәләне.

— Бөгөн ошо иҫ киткес уңышҡа күп кеше ҡыуанғандыр тип уйлайым. Күп дәлилдәр буйынса, беҙҙең клуб Европа лигаһына эләгә. Ул – яңы аҙым һәм яңы мөмкинлектәр, – тине төбәк етәксеһе. – Ошо проекттың үҫешеүе һәм яҡшы һөҙөмтәләр булыуы менән ҡәнәғәтбеҙ, әлбиттә. Шулай итеп, бөтә көйәрмәндәрҙе һәм башҡаларҙы матур еңеү менән ҡотлайым. Ул – республикабыҙ, ҡалабыҙ өсөн алға табай ғәйәт ҙур аҙым.

Уның һүҙҙәренсә, миҙгел башында бер кем дә команданың чемпионатты шулай уңышлы тамамлауын күҙ алдына килтерә алманы.

— Рәсәйҙә алтынсы урын – ул бик һәйбәт, лайыҡлы. Ул – уйынсыларҙың, тренерҙарҙың, көйәрмәндәрҙең, әлбиттә, команданың тормошон оҙатыусыларҙың барыһының да дөйөм уңышы, – тине Рөстәм Хәмитов, бөгөн «Өфө» футбол клубының баланслы бюджетын билдәләп. – Күрәһегеҙме, бындай бюджет менән алтынсы урын – бик яҡшы тип уйлайым. Тимәк, «хаҡ – сифат» критерийы буйынса беҙҙең команда – Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыһы.

Республика Башлығы яңы миҙгелгә клубҡа яңы «етди, көслө, ныҡлы» уйынсылар хаҡында уйланыу кәрәклеген билдәләне. Шуның менән бергә командала чемпионлыҡҡа теләк тыуҙырыу әлегә күҙалланмай.

— Чемпионлыҡҡа теләк уятыу иртә әле, ә миҙалдар хаҡында уйланырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: