Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
САЙЛАУ
9 сентябрь 2019, 02:00

Участкалар ябылырҙан бер сәғәт элек республиканың ҡайһы бер райондарында килеү 94,5% етте

Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше йәки һайлаусыларҙың 65,4 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше йәки һайлаусыларҙың 65,4 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Былтыр Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ошо ваҡытҡа һайлаусыларҙың 49%, ә 2014 йылда Башҡортостан башлығын һайлауҙа 74,89% тауыш биргәйне, тип билдәләне ул.

Өфөлә киске сәғәт 8-гә килеү 59,55% тәшкил итте, Башҡортостандың ҡала округтары буйынса дөйөм алғанда — 57,76%. Килеү күрһәткесе буйынса рекорд ҡуйыусылар — Сибай (73,64%) һәм Күмертау (70,94%).

Райондар араһында әүҙемлек буйынса лидерҙар — Тәтешле (һайлаусыларҙың 94,53%), Салауат (91%), Ҡариҙел (87,87%) райондары.

«Киске сәғәт 9-ҙа республикала һайлау тамамланды, Башҡортостан биләмәһендә бөтә участкалар ябылды һәм тиҙҙән участка һайлау комиссиялары ағзалары тауыштарҙы иҫәпләй башлай», — тине Марина Долматова.


Читайте нас: