Юлдаш
-29 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
8 октябрь 2020, 18:55

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләне

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙы. Быйылғы лауреаттар: «Беренсе Республика» тулы метражлы нәфис фильмы өсөн кинорежиссёр Булат Йосопов һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова; Гүзәл Яхинаның романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм Мәжит Ғафури повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектаклдәре өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров; «Тыуған ил образы – ғөрөф-ғәҙәттәр һәм рухлылыҡ» нәфис әҫәрҙәр циклы өсөн рәссам Хәтип Фазылов.

Булат Йосопов башҡорт кинематографы ветерандарына «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуға һалған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бының бөтә кинематографистар өсөн награда булыуын әйтте.

«Хәҙер беҙҙә тулы метражлы фильмдар төшөрөү өсөн бөтә шарттар, камералар бар, ошо ваҡыт эсендә йәш быуын кинематографистар үҫеп сыҡты. Фильмдарыбыҙ фестивалдәрҙә лайыҡлы наградалар яулай. Мин, һис шикһеҙ, беҙҙең фильмды шундай юғары баһалап, дәүләт премияһы тапшырғандары өсөн ғорурланам. Киләсәктә күренекле шағир Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөргә йыйынам. Республика беҙгә ярҙам итер һәм фильм мотлаҡ киң экранға сығыр тип ышанам», — тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты Булат Йосопов.

Республика Башлығы билдәләүенсә, ул «Беренсе республика» фильмын рәхәтләнеп ҡараған, ул уға ныҡ оҡшаған.

«Әгәр ҡарамаған булһағыҙ, бөтәгеҙгә лә уны ҡарарға тәҡдим итәм», — тине Радий Хәбиров һәм премия лауреаттарын етеп килгән байрам – Республика көнө менән ҡотланы.

Читайте нас в