Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 11 октябрендә Республика көнөн уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендәге ойоштороу комитетына сараларҙы үткәреү планын әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Муниципаль райондар һәм ҡала райондары хакимиәттәре урамдарҙы, учреждениеларҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын Рәсәй һәм республика дәүләт символикалары менән байрамса биҙәүҙе тәьмин итергә тейеш.
Шулай уҡ Республика көнөнө арналған тантаналы, мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола. Йәрминкәләр, күсмә байрам сауҙаһы була.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығына йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды. Сараларҙы бюджеттарға һәм сметаларға ярашлы финанаслау махсус ведомстволарға йөкмәтелә.