Юлдаш
-4 °С
Ясно
Җәмгыять
15 Июня 2020, 13:25

Башҡортостанда 15 июндән пляждар асыла

Башҡортостанда 15 июндән махсус әҙерләнгән пляждарҙы асырға хәл ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда 15 июндән махсус әҙерләнгән пляждарҙы асырға хәл ителде.

Был хаҡта 15 июндә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә барышында билдәле булды.

«Пляждар күп түгел. Өфөлә 9 ғына. Ял көндәрендә бик ҡайғырҙым, балалар һыуға бата башланы. Муниципалитет башлыҡтарынан быға иғтибар итеүҙәрен һорайым», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июндә республика йылға-күлдәрендә биш кеше батып үлгән. 13 июндә ҡотҡарыусылар өс ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарған.

Читайте нас