Юлдаш
+12 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
2 Май 2020, 17:30

4 майҙан республикала битлек режимы индерелә

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелә. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелә. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Сәнәғәтебеҙгә, «Башфармация»ға, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, хөкүмәткә өс көн ваҡыт бирәм, 4 майҙа республикала битлек режимы индерелә. Йәғни йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү мотлаҡ. Ни өсөн ҡарар 4 майҙан ҡабул ителде? Сөнки мин халыҡҡа ошо битлектәрҙе тыныс ҡына һатып алыу мөмкинлеген бирергә теләйем, кемдер тегер, кемгәлер беҙ ирекмәндәр аша тапшырырбыҙ, ундай мөмкинлегебеҙ бар, — тине республика етәксеһе. — Бөгөн 150 мең битлек сығарған Сәнәғәт министрлығын дауаханаларыбыҙҙы битлектәр менән тәьмин итеү кәрәклеге балансын һаҡлауҙы һорайым, ләкин битлектәр һатыуҙа булырға тейеш».

Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда изоляция режимы 11 майға тиклем оҙайтылды.

Читайте нас: