Юлдаш
-4 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
5 февраль 2020, 18:00

#ӨЙҘӘ студенттар форумы: Агросәнәғәт комплексы – хәҙер был бик шәп, ауыл – мөмкинлектәр биләмәһе

Бөгөн Өфөлә тәүгә Башҡортостандан ситтәге юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәр өсөн #ӨЙҘӘ форумы уҙҙы.

Бөгөн Өфөлә тәүгә Башҡортостандан ситтәге юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәр өсөн #ӨЙҘӘ форумы уҙҙы. «Торатау» конгресс-холында студенттар хөкүмәт вице-премьерҙарына һәм министрҙарға туранан-тура һорау биреү, хеҙмәт баҙарындағы вакансиялар, йәш белгестәргә ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булды. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, агросәнәғәт комплексы тармағында барыһы ла насар, ә ауылда эшләү йыйыштырылмаған фермалар һәм тиҙәк менән ассоциациялана, тигән фекерҙән ситкә китергә ваҡыт.

«Был күптән улай түгел. Беҙҙең малсылыҡты алып ҡарағыҙ, хәҙер беҙ индустриаль фермалар төҙөйбөҙ, аҡыллы, белемле белгестәр кәрәк. Әбйәлил районындағы тәүге роботлаштырылған ферманы алғанда ла, унда малдарҙы ашатыуҙан башлап һыйыр һауыуға, тиҙәктән таҙартыуға тиклем бөтә эштәр менән роботтар шөғөлләнә. Процестарға компьютер алдында ултырған белгес идара итә. Был — заманса производство, бында хатта алдағы биш йылға Силәбе өлкәһенең һөт заводы менән һөткә килешеү төҙөлгән дә инде», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Уның әйтеүенсә, бөгөн ауыл хужалығында тиҫтә йылдарға план төҙөлгән һәм күп кенә тармаҡ программалары 2030 йылға тиклем ҡабул ителгән. Ризыҡ менән етештереүсенән туранан-тура сауҙа иткән интернет-майҙансыҡтарҙы үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексында, башҡа тармаҡтарҙан айырмалы рәүештә, бөгөн студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар үҙҙәренең белемдәрен ҡуллана алырлыҡ буш өлкәләр бар.

«Республикабыҙҙа ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә һәйбәт социаль ярҙам күрһәтәбеҙ. Аграр юғары уҡыу йорттарын тамамлағандарға 500 мең һум аҡса түләнә», — тине вице-премьер.

Ауылға күсеп ҡайтырға теләгәндәргә һәм ауыл хужалығы предприятиеһында эшләп йөрөгән торлаҡҡа мохтаж ауыл кешеләренә дәүләт торлаҡ хаҡынан 70 процентҡа тиклемен түләй ала, сумма 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Ошо уҡ район үҙәктәрендә хәҙер бассейндар һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә. Аграр ведомство башлығы фекеренсә, бөгөн ауыл – ҙур мөмкинлектәр биләмәһе.

#ӨЙҘӘ студенттар форумында бөгөн 10-дан ашыу майҙансыҡ, агросәнәғәт комплексынан тыш, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, көс структуралары, нефть сәнәғәте һәм энергетика майҙансыҡтары эшләй. Көндөң икенсе яртыһында студенттарҙы республика етәкселеге менән осрашыу көтә.

Читайте нас: