Өфөлә Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дүрт ғалимдар коллективының эштәре танылыу алды. Лауреаттарға наградаларҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тапшырҙы.
«Бөгөн республика етди фәнни тикшеренеүҙәргә һәм асыштарға мохтаж. Рәсәйҙең төп төбәге булараҡ Башҡортостан иҡтисадына сәнәғәттә, медицинала, экологияла һәм башҡа тармаҡтарҙа етди ҡаҙаныштар, технологиялар талап ителә. Беҙгә йылдам үҫеш моделе кәрәк, шуға күрә төбәктең ҡеүәтен мөмкин тиклем күберәк файҙаланыу мөһим, — тине Александр Сидякин. — Артабан ошо эшкә юғары уҡыу йорттарын, ғилми үҙәктәрҙе, күренекле ғалимдарҙы һәм белгестәрҙе нығыраҡ йәлеп итә алырбыҙ тип ышанам. Фәнни-белем биреү үҙәктәрен ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ».
Республикала фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары ике йылға бер тапҡыр тапшырыла, уларҙың күләме 500 мең һәм тәшкил итә. Быйыл конкурс комиссияһы төрлө тармаҡтарҙан килгән 13 ғаризаны ҡараны. Дүрт коллектив лауреат исемен алды. Улар – техноген ҡалдыҡтарҙы утилләштереү, нефть скважиналарын диагностикалау, ашҡаҙан аҫты биҙен һәм бауырҙы дауалау өлкәһендә яңы технологиялар уйлап табыусылар.
Источник: http://www.bashinform.ru/bash/1396772/