Хөкүмәт вице-премьеры һүҙҙәренсә, яңы йыл каникулдарында республикала бик күп спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Балалар ата-әсәләре менән бергә ҡатнаша ала. 2-6 ғинуарҙа мәктәптәрҙә 1017 спорт залында һәм майҙансыҡта спорттың ете төрө буйынса «Яңы йыл ғаилә уйындары-2020» фестивале була. 3 ғинуарҙа Өфөлә — Ҡарһылыуҙар парады, 4 ғинуарҙа «Ҡашҡаҙан» паркында — ат-сана экипаждары парады, 7 ғинуарҙа тотош республикала Раштыуа байрамы уҙғарыла. 3750 мәҙәниәт учреждениеһы яңы йыл байрамдарына 6049 сара планлаштырған.