Башҡортостан Республикаһы Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Конкурсҡа бөтәһе 229 ғариза бирелгән. 69 проектҡа грант ярҙамы тапшырыла.
Грант аҡсаһын — 50 миллион һумды — республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҙ-ара бүлеште.
Бер миллион һумдан ашыу сумманы түбәндәге проекттар алды:
«Башҡортостан Республикаһында Халыҡ-ара КВН кубогы-2019» (Өфө ҡалаһының шаяндар һәм отҡорҙар клубы),
«Сәләмәт коллектив — сәләмәт республика» (Башҡортостан Республикаһында «Ыңғай мөхит» ойошмаһы),
«Коммерция ҡарамаған ойошмаларҙың йәнле селтәре» (Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды),
«Башҡортостан Республикаһындағы социаль әүҙем ғаиләләрҙең «Өлгө ал!» фестивале («Импульс» халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы).
«Следж райондарға бара!» («Башҡортостан пираттары» следж-хоккей клубы),
«Йәнле һан» математика күргәҙмәһе («ИНТЕЛЛЕКТУС» мәҙәни-танып блеү үҙәге), «Йәшлек» гәзитенең Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы – уҡыусы йәштәр араһында ижади конкурс» (Башҡортостандың Журналистар союзы).
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы