Юлдаш
-6 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
1 август 2019, 02:00

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, матбуғат өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәре республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡулынан наградалар алды.

«Һеҙҙе дәүләт наградаларын алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Был һеҙҙең һәр берегеҙ өсөн генә түгел, ә республикабыҙ өсөн ҙур ваҡиға. Күп йыллыҡ маҡтаулы хеҙмәтегеҙ, һәләтегеҙ, эшкә тоғролоғоғоҙ менән ошо наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Залда ғалимдар, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Меңдәрсә пациенттың ғүмерен ҡотҡарған табиптарҙың хеҙмәтенә рәхмәт белдерәбеҙ, энергетиктар ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы, заводтарҙы, учреждениеларҙы йылылыҡ, ут менән тәьмин итә. Бөгөн республика һәм федераль власть органдары, ҙур предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыла, — тине Радий Хәбиров. — Кисә Хөкүмәт ултырышында беҙ тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаныҡ. Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәйбәт темп менән үҫешә. Ғинуар-июнь айҙарында дөйөм майҙаны миллион квадрат метр самаһы булған 12 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Бөтә үҫеш өлкәләрендә лә тиерлек уңыштар менән ғорурлана алабыҙ. Республиканың әүҙем алға барыуында, әлбиттә, һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур».

Яҙыусы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Флүр Ғәлимов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен алды. Бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, яҙыусы республика етәксеһенә шағир Шәйехзада Бабич һәйкәле өсөн рәхмәт әйтте.

«Мин республиканың 100 йыллығына «Салауат Юлаев» трагедияһын яҙҙым, бәлки, беҙ уны академия театры сәхнәһендә күрербеҙ», — тине Флүр Ғәлимов.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас в