Башҡортостандың Миәкә районы Нарыҫтау итәгендә изге Рамаҙан айы тамамланыуға арналған Ғаилә байрамы ойошторолдо. Бер көндә сараға тотош республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙан — Һамар, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан 6-7 мең кеше йыйылды.
Диндарҙар намаҙ, Ҡөрьән уҡыны, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары сәскә атһын өсөн доға ҡылды. Ҡунаҡтар өсөн Ҡорбан ашы әҙерләнде. Балалар өсөн аттракциондар һәм аниматорҙар эшләне. Башҡорт стилендәге фотозоналар һәм уҡтан атыу, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Сараны ойоштороуҙа танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар ҡатнашты. Тарих фәндәре кандидаты, «Шәжәрә» тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге директоры Салауат Хәмиҙуллин ошо урындың тарихын һәм әһәмиәтен һөйләне. Яҙыусы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина күренекле батырҙарыбыҙға һәм ата-бабаларыбыҙға арналған шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, сәсәниә Ғәлиә Мортазина, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айгиз Ханов, Минзәлә Яхина, «Йатаған» этно-төркөмө, «Гүзәл данс» бейеү студияһы һәм Nomad Universe халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулаған «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаны.
«Беҙ ошондай саралар бик кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Был — айырылышыуҙарҙы, аборттарҙы һәм башҡа социаль сараларҙы иҫкәртеү ул. Ата-бабаларыбыҙ мәҙәниәтендә һәм аңында балалар йорто тигән төшөнсә булмаған, киреһенсә, 5-10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр. Әлеге саралар ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү, берҙәйлекте, мәҙәниәтте, телде, ышанысты һәм традицияларҙы тергеҙеү тип иҫәпләйбеҙ», — тине башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе, «Арғымаҡ» төркөмө солисы һәм байрамды ойоштороусыларҙың береһе Ринат Рамазанов.