Юлдаш
-20 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
22 Май 2019, 02:00

Рәсәйҙә инвалидлыҡты билдәләү тәртибе ябайлаштырылды

Бөгөндән Рәсәйҙә инвалидлыҡты билдәләү өсөн медик-социаль экспертиза үткәреү тәртибе үҙгәрҙе. Министрҙар кабинеты сайтында хәбәр ителеүенсә, хәҙер медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәне медицина ойошмаһы медик-социаль экспертиза бюроһына инвалид ҡатнашлығынан тыш электрон документ формаһында тапшыра.

Бөгөнгәсә граждандар инвалидлыҡты билдәләү өсөн медик-социаль экспертизаға медицина ойошмаларына, шулай уҡ пенсия тәьминәтен тормошҡа ашырған органдарға, халыҡты социаль яҡлау органдарына ебәрелә ине.

Хөкүмәт ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев билдәләүенсә, инвалидтар инстанциялар буйлап йөрөмәһен, өҫтәмә ҡағыҙҙар йыймаһын, бөтәһен дә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша эшләргә мөмкин булһын өсөн документтар менән электрон алмашыуға этаплап күсеү башлана.

Хәҙер Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша электрон төрҙә медик-социаль экспертиза актының күсермәһен, медик-социаль экспертиза уҙғарыу протоколын алыуға һорау ебәреү, шулай уҡ медик-социаль экспертизаның беренсел һәм баш бюроһы ҡарарҙарына ялыу яҙырға ғариза биреү мөмкинлеге билдәләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә инвалидлыҡты билдәләү тәртибен ябайлаштырырға, шулай уҡ комплекслы реабилитациялау үҙәктәрен үҫтерергә ҡушты.

Дәүләт башлығы инвалидтар һәм уларға ярҙам күрһәткән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙан һуң шундай бурыс йөкмәтте.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас в