Юлдаш
+21 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
16 Май 2019, 02:00

Башҡортостанда урман янғындарының майҙаны арта

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда бер урман янғыны теркәлгән, дүртәүһе һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.

Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, 15 майҙа Йылайыр районында 5,3 гектар майҙанда тәбиғәт янғыны теркәлгән. Был көндө Белорет һәм Йылайыр райондары урмансылыҡтарында һүндерелгән янғындарҙың дөйөм майҙаны 40,4 гектар тәшкил иткән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә янғындар юҡ.

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала 106 тәбиғәт янғыны теркәлгән. 1414 гектарҙан ашыу ер уттан зыян күргән.

Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә 70 тәбиғәт янғыны иҫәпләнгән. Ул саҡта урман фондының 574,51 гектар биләмәһе янған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева


Читайте нас в