Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
29 апрель 2019, 02:00

Республикала көслө дауылдан зыян күргән муниципалитеттарға ярҙам күрһәтелә

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәткә көслө дауылдан зыян күргән муниципалитеттарға ремонт-тергеҙеү эштәрен башҡарыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Кисә, 28 апрелдә, киске сәғәт 8-ҙән 9-ға тиклем елдең секундына 18-21 метр тиҙлектә иҫеүе сәбәпле, өс ҡала округында һәм туғыҙ муниципаль районда шәхси йорттарҙың, социаль әһәмиәтле объекттарҙың ҡыйыҡтары емерелгән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, Ишембай районының Петровский ауылында участка дауаханаһы амбулаторияһы бигерәк тә ныҡ зыян күргән. Бында 90 квадрат метр майҙанда профнастил ҡыйыҡ өлөшләтә емерелгән. Ғафури районының Антоновка ауылында Красноусол үҙәк район дауаханаһының фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡыйығы өлөшләтә зыян күргән. Әлшәй районының Раевка ауылында юл машина станцияһында емерелектәр бар, Стәрлетамаҡта тимер юл вокзалының ҡыйығы өлөшләтә емерелгән. Благовар районының Болошло ауылында майҙаны 150 квадрат метрлыҡ өйгә зыян килгән.

Ауырғазы районының 11 ауылында 12 шәхси йорттоң, мәктәптең, ауыл мәҙәниәт йортоноң, мәктәп спорт залының, алты производство объектының ҡыйыҡтары емерелгән.

Райондарҙа авария-тергеҙеү эштәре бөгөнгә, 29 апрелгә, билдәләнгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас: