Мотлаҡ пенсия страховкалауының страховка таныҡлыҡтары (СНИЛС) электрон аналогтарға алмаштырылды, тип хәбәр итә «Известия». Хәҙер кемдәр страховкалана йәки теркәлә, уларҙың барыһына ла иҫәп номеры ғына асыла. Уның буйынса бөтә тейешле дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алырға мөмкин.
Кәрәкле мәғлүмәт менән белешмәләрҙе клиенттар хеҙмәтендә һәм Рәсәйҙең Пенсия фонды идаралығында бирәләр.
Рәсәй Пенсия фондында билдәләүҙәренсә, үҙгәрештәр пенсия тәьминәтендә бер нисек тә сағылмай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева