Юлдаш
-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
25 март 2019, 02:00

Радий Хәбиров: Башҡортостан киләһе 100 йыллыҡҡа ышаныслы аяҡ баҫа

100 йыл элек беҙҙең төбәк Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған беренсе республика булып ил тарихына инә. Документ матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға. Совет заманында тап ошо дата БАССР-ҙың тыуған көнө тип билдәләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында ошо хаҡта һөйләне.

«Был — илебеҙ өсөн дөйөм байрам. Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәге булып тора. Башҡортостандың күп быуын вәкилдәре үҙҙәренең ватандаштары менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, билдәле төҙөлөштәрҙә хеҙмәт иткән, ҡалаларҙы, ауылдарҙы тергеҙгән, завод-фабрикалар төҙөгән. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтарын онотмайбыҙ, улар араһында 278 Советтар Союзы Геройы бар, — тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе. — Халҡыбыҙҙың тырыш хеҙмәте менән аграр төбәктән илдең сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы республикаларының береһенә әүерелдек».

Радий Хәбиров фекеренсә, беҙҙең бурыс – уларҙың ышанысын аҡлау, еребеҙҙе тағы ла күркәмерәк итеү, киләсәк быуынға көслө һәм имен итеп ҡалдырыу.

Бөгөн беҙ Башҡортостандың үтеп барған 100 йыллығына «рәхмәт» әйтәбеҙ. Яңы 100 йыллыҡты асабыҙ, Башҡортостандың икенсе быуатын сәләмләйбеҙ! Ул республика һәм дөйөм йортобоҙ – Рәсәй өсөн «алтын быуат» булырына ихлас ышанабыҙ!

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бөгөн республиканың киләсәге, Башҡортостандың киләһе быуатҡа нисек аяҡ баҫыуы хаҡында уйларға кәрәк.

«Был тиҫтәләрсә юғары технологиялы предприятиелар булыр, республика үҙенең мәктәптәре һәм университеттары менән ғорурланыр, Гарвард һәм Йель профессорҙары беҙҙең университеттарҙа вакансиялар эҙләр. Беҙ юғары технологиялы медицина үҙәктәре менән ғорурланырбыҙ, уларҙа оҫта табиптар уникаль операциялар эшләр, беҙгә Израиль, Швейцария һәм башҡа көнбайыш дәүләттәренән пациенттар дауаланырға килер. Ә Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогын уҙғарырғамы, юҡмы икәнлеге тураһында уйлана башларҙар, сөнки «Салауат Юлаев» күп йылдар буйына ошо кубокты алыр. Иң мөһиме, республикабыҙ йәмле һәм уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда йәшәүе менән ғорурланһын, «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән принцип буйынса йәшәһен», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе үҙенең һәм командаһының Башҡортостандың ҡеүәтен арттырыу өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.

«Әлбиттә, мин үҙемә бер аҙ хыялланырға рөхсәт иттем. Шулай эшләргә кәрәк тип иҫәпләйем. Сөнки хыял – буласаҡ маҡсаттың образы, уға ирешеү планы. Беҙгә, хөрмәтле коллегалар, республиканың икенсе 100 йыллығының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел һәм изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! 100 йыллыҡ юбилейың менән, тыуған республикам. Алға, Башҡортостан!».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин


Читайте нас: