Башҡортостанда властар онкологияны иртә стадияларҙа асыҡлаған поликлиника хеҙмәткәрҙәренә премия түләргә ниәтләй. Эксперттар фекеренсә, был сара белгестәрҙе онкология йәһәтенән һағыраҡ булырға мәжбүр итергә тейеш.
Илдең бер нисә төбәгендә бындай тәжрибә ҡулланыла ла инде. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ғинуарҙа «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республикала ошондай дәртләндереү механизмын әҙерләргә ҡушҡайны. Әле указдың проекты ҡул ҡуйыуҙы көтә, төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында раҫланылар. Документҡа ярашлы, эш хаҡына өҫтәмәне пациентта яман шеште ваҡытында асыҡлаған һәм уны тикшереүгә ебәргән амбулатор-поликлиника звеноһының медицина хеҙмәткәрҙәре алырға мөмкин. Премияның яҡынса күләме — һәр осраҡ өсөн 5 748 һум.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә диагностикалау системаһы ил буйынса уртаса алғанда түбәнерәк. Заманса диагностикалау ҡорамалын һатып алырға кәрәк. Белгестәргә ихтыяж һаҡлана — әле медицина ойошмаларында төрлө кимәлдәге 196 табип-онколог эшләй.
2018 йыл йомғаҡтары буйынса республикала онкология сирҙәренән үлем күрһәткесе, бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 0,6% артҡан. Яман шеш менән сирләгән 3154 кеше асыҡланған — 2017 йылға ҡарағанда 769-ға күберәк.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәрен асыҡлауға һәм дауалауға 2019 йылда — 1,8 миллиард, 2020 йылда 1,5 миллиард һум тотонорға ниәтләй. Биш йылда яман шешкә ҡаршы көрәшкә 5 миллиард һум бүлеү күҙаллана.
Алдағы өс йылда төбәктә күп профилле дауаханаларҙа 13 амбулатор ярҙам үҙәген асырға тейештәр: дүртәүһе — Өфөлә һәм туғыҙы — республика ҡалаларында. Шулай уҡ Республика балалар клиник дауаханаһында Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәген төҙөү планлаштырыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова