Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
11 март 2019, 02:00

Радий Хәбиров 1 апрелгә юлдарҙы ремонтлау картаһы менән мобиль ҡушымта әҙерләргә ҡушты

Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров автомобиль юлдарын ремонтлау сифатын контролдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән мобиль ҡушымтаны ғәмәлгә индереү ваҡыты менән ризалашманы. Республика етәксеһе соҡорҙарҙы ямауҙың интерактив картаһы 1 июнгә эшләй башлай тип белдергән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комимтеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновты шелтәләне.

«Беҙҙең төбәктә һауа шарттары бик ҡатмарлы, юлдарыбыҙ сыҙамай, соҡорҙар барлыҡҡа килә, кешеләр имгәнә, машиналарын боҙа. Тап шуның өсөн дә мин картаны көҙ көнө үк индереүегеҙҙе һораным, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комимтеты рәйесенә. — Ошо ваҡыт эсендә яңы айфон уйлап табырға мөмкин ине, ә һеҙ миңә мобиль ҡушымта 1 июнгә генә әҙер була тип әйтәһегеҙ. Мин был ваҡытты ҡабул итмәйем. Ҡушымта 1 апрелгә әҙер булырға тейеш, һеҙҙең 20 көнөгөҙ ҡалды. Был программаны башҡа төбәктәрҙән алырға мөмкин».

Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауҙың интерактив картаһы юл хеҙмәттәре оператив эш итһен өсөн төҙөлә. Сайтта теркәлеп, картала насар тороштағы юл участкаһын билдәләргә, фото һәм видео һалырға мөмкин. Был ғариза тейешле саралар күреү өсөн юлдың ошо участкаһы өсөн яуаплы ойошмаға ебәрелә. Мөрәжәғәтте эшкәртеүгә һәм тикшереүгә бер тәүлек бирелә, ремонт өс тәүлек эсендә башҡарылырға, хәүефле соҡорҙар бер тәүлектә ямалырға тейеш. Юлдарҙы йүнәтеү картаһы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Юл хужалығы идаралығы һәм «Башкиравтодор» компанияһы сайттарына ҡуйыла. Картаның операторы — Юл хужалығы идаралығы, ул ремонт эштәрен башҡарыу ваҡытын контролдә тоторға тейеш. Ошо картала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға бәйле ғаризаларҙан тыш, юл эшмәкәрлеге менән бәйле башҡа мөрәжәғәттәрҙе лә ҡалдырырға мөмкин.

Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға идарасы ойошмаларҙы ла ихаталарҙа юлдарҙы ремонтлау эшенә йәлеп итергә ҡушты. Киләһе оператив кәңәшмәлә ул Өфө, Нефтекама, Салауат һәм Стәрлетамаҡ мэрҙарынан ошо йүнәлештәге эштәр барышы тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны.

Өфөлә сафтан сыҡҡан юлдарҙың интерактив картаһы 2017 йылдан алып эшләй.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас: