5 март көнне Өфөлә, 8 март алдынан, Башҡортостандың күп балалы 45 ҡатын-ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика наградаһы һәм аҡсалата премия биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. 1998 йылдан башлап төбәктә бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо абруйлы исемгә лайыҡ булған.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе улар өсөн әһәмиәтле ваҡиға һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләне.
«Һеҙ — беҙҙең республиканың алтын фонды. Бер ғаиләнең бәхете генә түгел, ә республиканың, илдең именлеге һеҙҙең хеҙмәткә бәйле, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға республика етәксеһе. — Халҡыбыҙ мәҙәниәтендә ҙур ғаилә әле лә бәхет һәм яҙмыш бүләге тип иҫәпләнә. Бөгөн беҙҙең республикала 46 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй, уларҙа 205 меңдән күберәк бала тәрбиәләнә. Дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе — социаль. Балаларыбыҙ үҫешһен, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ беҙгә улдар һәм ҡыҙҙар бүләк итһен өсөн балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, спорт майҙансыҡтары, бассейндар төҙөүҙе тағы лә әүҙемерәк дауам итербеҙ. Бөгөн беҙ 45 әсәне бүләкләйбеҙ, бөтәгеҙгә 257 бала. Һеҙ бик бай һәм бәхетле! Ата-әсә ҡаһарманлығы хөрмәт уята һәм башҡа ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өлгө булып тора. Балаларығыҙ сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен, һәйбәт уҡыһын һәм, иң мөһиме, лайыҡлы кешеләр булһын».
Бүләкләнеүселәр араһында — республиканың 19 районынан һәм дүрт ҡалаһынан ҡатын-ҡыҙҙар. Араларында мәғариф, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, хужабикәләр бар.
Нефтекаманан Динара Ахунованың ғаиләһендә дүрт ул һәм бер ҡыҙ. Өлкәненә — 18, кесеһенә ике йәш. Күп балалы әсә һөйләүенсә, улар тормош иптәше менән улдарын яҡлаусы итеп тәрбиәләргә тырыша, спортҡа ылыҡтыра. Берәүһе — баскетбол, икенсеһе йөҙөргә ярата, тағы бер улдарын Суворов хәрби училищеһына бирергә уйлайҙар. Ғаилә шәхси секторҙа иҫке өйҙә йәшәй, бөтәһенә урын етһен тип яңы йорт һала башлаған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/