Юлдаш
+21 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
28 февраль 2019, 02:00

Башҡортостандың бала табыу йортонда 10-сы сабыйын тыуҙырырға әҙерләнгән ҡатынды Радий Хәбировтың мөрәжәғәтенән һуң ғына ҡабул иткәндәр

Башҡортостандың бала табыу йортонда 10-сы сабыйын тыуҙырырға әҙерләнгән ҡатынды Радий Хәбировтың мөрәжәғәтенән һуң ғына ҡабул иткәндәр.

Туғыҙ балаға ғүмер биргән 40 йәшлек Светлана Шабалина Дәүләкәндән Өфөгә килгән һәм Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортона мөрәжәғәт иткән. Ул сабыйын тап ошо клиникала табырға теләгән, бынан алдағы балаһы ла шунда тыуған, ул Республика клиник дауаханаһы табиптарына нығыраҡ ышанған. Өҫтәүенә ҡатын «шәкәр диабеты» диагнозы менән ошонда иҫәптә торған. Табиптар уны ҡабул итмәгән, ул маршрутизацияға ярашлы 4-се бала табыу йортона мөрәжәғәт итә ала иҫәпләгән.

«Өйгә ҡайтыуҙан мәғәнә юҡ ине, йөклөлөктөң 37-се аҙнаһы бит инде. Шул саҡта сараһыҙлыҡтан «Бәйләнештә» республика етәксеһе Радий Хәбировҡа яҙырға булдым. Яҙмаларҙың береһе аҫтындағы комментарийға шунда уҡ яуап бирҙеләр, шылтыраттылар, һәм икенсе көндө мин Республика клиник дауаханаһында инем, баламды ла шунда таптым», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына күп балалы әсә.

2008 йылда ғаилә Екатеринбургтан күсеп китергә мәжбүр булған, бында улар торлаҡ һатып ала алмаған, коммуналкала йәшәгән. Күп йылдар инде торлаҡҡа сират көтәләр. Шабалиндар ғаилә башлығының тыуған яғына ҡайтҡан, ул саҡта уларҙың өс кенә балаһы булған. Ғаилә һәр ваҡыт ҙур йорт хаҡында хыялланған, Дәүләкәндә әсәлек капиталы аҡсаһына иҫке генә өй һатып алған. Һуңғараҡ улар, аҡса йыйыу иғлан итеп, йортҡа ҙур төкәтмә төҙөгән.

«Ауырлыҡтар йыш осрай, сөнки барыбыҙ ҙа Екатеринбургта пропискала торабыҙ, ә бында ваҡытлыса ғына прописка, — ти Светлана Шабалина. — Льготаларҙан ситтә ҡалған осраҡтар ҙа бар, ләкин нисәмә йылдарҙан һуң торлаҡҡа сиратты ла юғалтҡы килмәй. Көтәбеҙ әле, Дәүләкәндән дә китергә теләмәйбеҙ».

Светлана Алексеевна балалар тәрбиәләүҙән тыш, хәйриә эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Бер нисә йыл элек улар Наталья Шундеева менән «Ҡайнар Йөрәктәр Йылыһы» социаль складын булдырған — бер нисә йыл инде улар халыҡтан кәрәкмәгән әйберҙәр — кейем-һалым, техника, мебель ҡабул итә, тәртипкә килтерә һәм мохтаждарға тарата.

«Өйҙә балалар баҡсаһын асырға уйлағайным, ләкин комиссия, шарттар булмауға һылтанып, рөхсәт бирмәне. Хәҙер, әлбиттә, йортта канализация һәм башҡа шарттар бар, ләкин программа юҡ, тинеләр миңә хакимиәттә, — тип өҫтәне Светлана. — Ирем ике урында эшләй: таксиҙа, төҙөлөштә йөрөй, ләкин рәсми эш урыны юҡ, шуға ғаиләнән аҙ тәьмин ителгән тигән статус алына. Хакимиәткә төҙөлөштә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап күп мөрәжәғәт иттек, әммә файҙаһыҙ».


Читайте нас: