Юлдаш
+9 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
18 февраль 2019, 02:00

Рәсәйҙә йылына 70 мең ЭКО процедураһына аҡса бүленә

Сочиҙағы Инвестиция форумында тыуымды арттырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Уҙған йылда 2017-гә ҡарағанда 90 меңгә аҙыраҡ сабый тыуған, тип һөйләне эксперттар.

Тәү сиратта был ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығының насарайыуына бәйле.

«Тыуымды арттырыу һәм балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау: төп өҫтөнлөктәр» панель дискуссияһында медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төп белгестәр Рәсәйҙә һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны 6% артмауын һөйләне. Был гинекологик сирҙәрҙең күбәйеүе менән бәйле. 2017 йылда илдә 2 миллион самаһы йөклөлөк теркәлгән, шуның 42% — баланы юғалтыу ҡурҡынысы менән. Ошо уҡ йылда яҡынса 177 мең бала һаулыҡ күрһәтмәләре буйынса донъяға килмәгән. Ә былтыр һуңғы 10 йылда тыуым кимәленең минималь күрһәткесе теркәлгән.

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин һүҙҙәренсә, артабан демографик хәүефкә юл ҡуймау өсөн бөгөн дәртләндереү сараларын күрергә кәрәк.

«Министрлыҡ яғынан әсәнең һаулығына һәм социаль ярҙамға күп иғтибар бүлергә йыйынабыҙ, — тине Топилин. — Мәҫәлән, тәүге балаларға пособиелар. 2019 йылда был программа һөҙөмтә бирер тип ышанабыҙ. Шулай уҡ ЭКО-ға булышлыҡ күрһәтеү арта. Беҙ йылына бушлай 70 мең процедура үткәреүҙе күҙ уңында тотабыҙ».

Министр ЭКО-ға ихтыяж юғарыраҡ булған төбәктәргә өҫтәмә финанслау менән ярҙам итергә вәғәҙәләне.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева

Читайте нас: