Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
12 февраль 2019, 02:00

Өфөнөң 12 мәктәбендә карантин иғлан ителгән

Бөгөнгә Өфө ҡалаһының 12 мәктәбендә сирләүселәрҙең күп булыуына бәйле ҡайһы бер кластарҙа дәрестәр туҡтатылған. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова белдерҙе.

Мәғариф идаралығы етәксеһе ҡала мәктәптәрендә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар тураһында хәбәр итте.

«11 февралгә ҡарата мәғлүмәт буйынса, ОРВИ һәм грипп менән сирләү сәбәпле 12 818 кеше мәктәпкә килмәгән. 123-сө лицейҙа һәм 49-сы мәктәптә ауырыусылар һаны 20% артҡан, шуға күрә әлеге ойошмалар белем биреү эшмәкәрлеген бер аҙнаға туҡтатҡан. Әгәр класта сирле уҡыусылар 20% етһә, мәғариф ойошмаһы етәксеһе айырым кластарҙа карантин индереү буйынса ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы», — тине Елена Хаффазова.

11 февралдән 17-нә ҡәҙәр республика мәктәптәренең беренсе класс уҡыусылары өҫтәмә каникулдарҙа.

Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында грипп һәм ОРВИ менән сирләү осраҡтары арта. Һуңғы аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән күберәк кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 63% ашыуы (21,1 меңе) — балалар.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: