Юлдаш
-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
23 гыйнвар 2019, 02:00

Республикала «Самрау» һауала йөҙөү фестивале башланды

Башҡортостанда «Самрау» һауала йөҙөү фестивале башланды. Бөгөн, 23 ғинуарҙа, «Красноусол» шифаханаһы алдындағы майҙандан 7 команда 4 һауа шарында һауаға күтәрелде, бөтәһе – 17 кеше.

Һауала йөҙөү тарихында тәүгә Санкт-Петербург, Переславль-Залесский, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Көнгөр, Йошкар-Ола һәм Өфө ҡалаларынан ҡыйыуҙар командаһы һауа шарҙарында Урал һырты аша осоп үтергә тейеш.

Осош Туҡан, Үҙән ауылдары, Ҡыраҡа һырты, Мөхәмәт ауылы аша уҙа.

Һауа шарттары буйынса мөмкинлек булыу менән командалар Красноусол курорты яғына йүнәлде.

Осош план буйынса һигеҙ сәғәт дауам итә, ергә төшөү урыны – Яҡтыкүл тирәһе. Ял көндәрендә курорт биләмәһендә «Самрау» шарҙар фестивале һәм Digital-Ҡоролтай форумы ойошторола.

Һауала йөҙөүселәрҙе именлек хеҙмәте – ҡаргиҙәрҙә сығырға әҙер төркөм оҙатып йөрөй. Һәр шарҙа трекер бар, ул реаль ваҡыт режимында һауа судноһының хәрәкәт итеүен күҙәтергә мөмкинлек бирә.

Теләгән һәр кем һылтанма буйынса осошто күҙәтә ала, фейсбукта тура трансляция алып барыла. Шулай уҡ осошто видеоблогер, сәйәхәтсе һәм Rutrail проектына нигеҙ һалыусы Денис Доропейҙың youtube.com каналында һылтанма буйынса күҙәтергә мөмкин.

Осошто ойоштороусылар булып Башҡортостандың Һауала йөҙөү федерацияһы, «Яҡтыкүл» шифаханаһы, Юбилей шифаханаһы һәм «Полёт» авиация клубы сығыш яһай.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: