Ҡала хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, Сибай карьерына һәм Яңы Сибай ятҡылығының ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урынына өлөшләтә һыу тултырыла. Саралар 469-сы һәм 549-сы метрҙарҙа үткәрелә. Ошо эштәргә әҙерләнеү, шахтанан технологик ҡорамалдарҙы сығарыу өсөн 5-7 көн кәрәк. Һыу тултырыу эндоген процестар тамамланғансы дауам итә.