Юлдаш
-11 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
10 декабрь 2018, 02:00

«Торатау юрматылар өсөн бик ҡәҙерле»: фекер

«Башҡортостан сода компания»һы Ҡуштауҙы вәхшиҙәрсә үҙләштермәһен өсөн ошо процесты контролдә тоторға кәрәк. Шулай тип белдерҙе Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Халыҡ контроле» федераль партия проектының төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина «Башинформ» агентлығына.

«Мин үҙем — Юрматы ҡыҙы, Торатау — ырыуыбыҙ өсөн бик ҡәҙерле. Юрматы ырыуының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары тап Торатау менән бәйле, — ти Ҡолһарина. — Ырыуыбыҙ саралары ошо тауҙа ойошторола һәм беҙ халҡыбыҙҙың тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуҙары өсөн бик шатбыҙ. Радий Хәбировтың был эшен хуплайбыҙ — Торатауҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен хәл иткәне өсөн афарин».

Алдан хәбәр ителгәнсә, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, компанияла сеймал сығанағы сифатында Торатауҙы производствоға тапшырыуҙы һорауға ҡарамаҫтан, «Башҡортостан сода компанияһы» менән Ҡуштауҙы эшкәртеү тураһында һөйләшеп килеште. Башҡортостан сода компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, Торатауҙа сеймал запасы сифатлыраҡ, ләкин тау тәбиғәт һәйкәле булып тора һәм республика яҡлауы статусына эйә. Әлеге ваҡытта эшкәртелгән Шәкетауҙың запастары яҡынса 2022 йылда бөтә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас: