4 декабрҙә «Рәсәй-1» телеканалы эфирында Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле еңеүсе исемдәр иғлан ителде. Хәҙер Өфөлә һауа ҡапҡалары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 1 декабрҙә тамамланды. Ойоштороусылар бер нисә көн буйы йомғаҡ яһаны, бөтә төбәктәрҙән килгән анкеталарҙы эшкәртте һәм тауыш биреү уҙғарылған һәр урындан мәғлүмәттәр йыйҙы. Халыҡ шағиры һәм яҙыусы өсөн 90 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Икенсе урында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев — 70 меңдән ашыу. Өсөнсөлә — Салауат Юлаев (30 меңгә яҡын тауыш). Тауыш биреүҙә бөтәһе 5 миллиондан күберәк рәсәйле ҡатнашҡан.
Рәсәйҙә 50-гә яҡын аэропортҡа исем биреү буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы ил президенты Владимир Путин ҡабул итә, тип билдәләне ойоштороусылар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук