Юлдаш
-29 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
8 ноябрь 2018, 02:00

Радий Хәбиров Урал аръяғына сәфәре барышында бергәләп фотоға төшкән малайға бүләктәр ебәргән

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән кескәй Рамаҙан Хызыров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан бүләктәр алды. Биш йәшлек бала республика етәксеһе менән уның Урал аръяғына сәфәре барышында танышҡан.

Агентлыҡҡа баланың әсәһе Әлиә Хызырова һөйләүенсә, төбәк башлығының кортежы уларҙың өйө алдына килеп туҡтаған мәлдә Рамаҙан урамда йөрөгән. Радий Хәбиров баланың янына килеп, уның исемен, ҡайҙан икәнлеген һораша башлаған. Аҙаҡ әсәһе асыҡлауынса, малай таныш булмаған ағайҙан «Киндер сюрприз» һатып алыуын үтенгән. Әлбиттә, бала был көндө кем менән танышыуын аңлап етмәгән. Һуңынан малайға уның Башҡортостан етәксеһе булыуын һөйләгәндәр.

Бер нисә көн элек Рамаҙанға яңы танышынан бүләктәр алып килделәр. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы үҙенең ҡултамғаһы менән уларҙың бергә төшкән фотоһын, конструктор, ә уның өс йәшлек һеңлеһенә ҡурсаҡ ебәргән. Сабыйҙар бүләктәргә бик ҡыуанған, ә республика етәксеһе менән икеһенең фотоһы өй түрендә урын алған.

Хәҙер Рамаҙан «Кем булырға теләйһең?» тигән һорауға «Президент!» тип ғорур яуаплай.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас в