Юлдаш
+8 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Җәмгыять
5 ноябрь 2018, 02:00

Башҡортостанда бишенсе «Ғаилә ҡиммәттәре – 2018» фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда бишенсе «Ғаилә ҡиммәттәре – 2018» фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бишенсе миҙгел темаһы: «Ихатала байрам ойошторайыҡ».

Ҡатнашыуға документтарҙы 12 ноябргә тиклем ебәрәргә мөмкин.

Һәр ғаиләгә номинацияларҙың берәүһен һайларға һәм үҙҙәренең иң яратҡан уйындары хаҡында һөйләргә тәҡдим ителә. Конкурста дүрт номинация: «Туп менән уйындар», «Халыҡ стилендә», «Аң-белем уйындары», «Мин уйын уйлап сығарам».

Ҡатнашыу тураһында ентекләберәк сайтта яҙылған.

Еңеүселәрҙе 24 ноябрҙә «Ғаилә донъяһы. Әсәлек һәм балалыҡ» махсуслаштырылған күргәҙмә-форумы сиктәрендә бүләкләйҙәр.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: